Поёт зима – аукаетБашкирский язык

Ябынған да ялбыр юрған,
Йыр йырлай ҡыш – шаулай урман,
Ҡарағайҙар сайҡала.
Тирә-яҡта хәсрәт йотҡан,
Алыҫ илгә юлдар тотҡан
Сал болоттар айҡала.
Ә урамда ҡар бураны
Йәйһә лә ебәк юрғанын,
Уғата һыуыҡ тышта.
Сыр-сыу сыпсыҡ балалары,
Ташлап киткәс аталары,
Тәҙрәләргә йылышҡан.
Өшөгән меҫкен ҡошсоҡтар,
Йонсоп бөткән ас сыпсыҡтар,
Бер-беренә һырыға.
Ә ел-дауыл, йәне асып,
Шаҡый ҙа тәҙрә ҡапҡасын,
Ҡоторона нығыраҡ.
Елдәр, елеп, көй көйләйҙәр,
Серем итә меҫкенкәйҙәр,
Боҫоп тәҙрә ҡашына.
Һәм төш күрә һәр бисара
: Имеш, көндәй балҡып тора
Яҙһылыуҡай ҡаршыла.

Оригинал на русском языке

Поёт зима — аукает,
Мохнатый лес баюкает
Стозвоном сосняка.
Кругом с тоской глубокою
Плывут в страну далекую
Седые облака.

А по двору метелица
Ковром шелковым стелется,
Но больно холодна.
Воробышки игривые,
Как детки сиротливые,
Прижались у окна.

Озябли пташки малые,
Голодные, усталые,
И жмутся поплотней.
А вьюга с ревом бешеным
Стучит по ставням свешенным
И злится все сильней.

И дремлют пташки нежные
Под эти вихри снежные
У мерзлого окна.
И снится им прекрасная,
В улыбках солнца ясная
Красавица весна.

О переводе

Переводчик: Рами Гарипов

О переводе:

Произведение опубликовано в книге Рами Гарипова «Моя антология». — Уфа: Китап, 2022 (Мировая поэзия в переводах Рами Гарипова)

Переводы на другие языки

К сожалению, других переводов данного произведения на этом языке пока не нашлось.